+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡара емеш менән салат

Салат өсөн 3 уртаса ҙурлыҡтағы тоҙло ҡыяр, 100 грамм төшһөҙ ҡара емеш, 2 бешкән йомортҡа, 300 грамм бешкән тауыҡ ите, 1 банка йәшел борсаҡ, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, тәменә ҡарап төйөлгән ҡара борос, тоҙ алына.

Ҡара емеш менән салат
Ҡара емеш менән салат

Тоҙло ҡыярҙы, итте, ҡара емеште, йомортҡаны ваҡ итеп турарға. Уларҙың өҫтөнә йәшел борсаҡ, ҡаймаҡ, тоҙ, борос һалып, яҡшылап бутарға. Йәшел тәмләткестәр һалырға ла мөмкин.

Байрам өҫтәленә бына тигән тәмле ризыҡ.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: