+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Байрам өҫтәленә “Көнбағыш” салаты

Был салатты алма менән эшләһәң, үҙенсәлекле тәм бирә. Ә ризыҡтың биҙәлеше табынды йәмләй. Тәрилкәгә ризыҡтарҙы ҡатлап һалырға кәрәк, һәр береһенә майонез һыларға.

Байрам өҫтәленә “Көнбағыш” салаты
Байрам өҫтәленә “Көнбағыш” салаты

1-се ҡат – 300 грамм бешкән аҡ тауыҡ ите.
2-се ҡат – ваҡлап турап, аш һеркәһендә бер аҙ тотолған 1 баш һуған.
3-сө ҡат – 300 грамм консерваланған шампиньон бәшмәге.
4-се ҡат – ҡырғыс аша үткәрелгән 4 йомортҡа.
5-се ҡат – ҡырғыс аша үткәрелгән 2 йәшел алма.
6-сы ҡат – ҡырғыс аша үткәрелгән 200 грамм ҡаты сыр.
Салаттың өҫтөн уртаға ярылған ҡара зәйтүн емеше (маслина) менән биҙәргә. Тәрилкә ситенә чипсыларҙы сәскә таждары рәүешендә теҙеп сығырға кәрәк.

Фото: attuale.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: