+1 °С
Болотло
Бәшмәктәрҙе шаҡмаҡлап, һуғанды ваҡлап турайбыҙ ҙа әкрен утҡа ҡуйып, әҙер булғансы ҡыҙҙырабыҙ.
Йомортҡаларҙы бешергәс, ағын һәм һарыһын айырып, ҡырғыстан үткәрәбеҙ.
Тауыҡ итен дә шаҡмаҡлап ҡырҡҡас, табала ҡыҙҙырабыҙ. Кишерҙе бешереп алабыҙ һәм ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ.
Әҙер ризыҡтарҙы ике тубырсыҡ рәүешендә ҡатлап – башта тауыҡ ите, шунан бәшмәк, кишер, йомортҡаның һарыһын, сыр, йомортҡаның ағын һалып сығабыҙ, араларына майонез йәки ҡаймаҡ һыларға онотмағыҙ. «Тубырсыҡ»тарҙың өҫтөнә йәнә майонез һылап сығабыҙ ҙа миндаль сәтләүектәрен теҙеп ҡуябыҙ. Ике «тубырсыҡ»ты тоташтырып, тәрилкәгә шыршы ботағы һалып ҡуйырға ла мөмкин. Булмаһа, укроп менән йәшел һуған да ярай.