+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Эремсектән пирог

Бының өсөн ҡамырға 1 стакан он, бер ҡалаҡ йомшартҡыс (разрыхлитель), 80 грамм аҡ май, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1 йомортҡа кәрәк. Эслек өсөн 500 грамм эремсек, 100 грамм ҡаймаҡ, 3 йомортҡа, 1 аш ҡашығы манный ярмаһы, 0,5 стакан шәкәр, суфле әҙерләргә 3 йомортҡа ағы, 3 аш ҡашығы шәкәр оно алына.

Эремсектән пирог
Эремсектән пирог

Иң тәүҙә ҡамыр баҫырға. Онға йомшартҡыс һалып, май менән ыуырға. Уның өҫтөнә шәкәр менән туғылған йомортҡа өҫтәп, ҡамыр баҫырға ла, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Унан һуң эслек әҙерләргә. Эремсеккә өс йомортҡа, ярты стакан шәкәр, ҡаймаҡ һалып, блендер менән болғатырға. Суфле әҙерләгәндә өс йомортҡа ағына аҙ-аҙлап шәкәр оно һалып, уны ап-аҡ төҫкә ингәнсе күпертергә.

Һыуытҡыстағы ҡамырҙы алып, табаға эслек ағып сыҡмаҫлыҡ формаға килтереп йәйергә. Өҫтөнә эремсек һалып, 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейескә ярты сәғәткә бешерергә ҡуйырға. Һуңынан бәлештең өҫтөнә суфле һылап, тағы 15 минут бешерергә. Духовканы һүндергәс, ишеген асып ҡуйығыҙ, пирогты алмағыҙ. Ул шунда һыуынырға тейеш. Ярты сәғәттән өҫтөндә тамсылар барлыҡҡа киләсәк.

Фото: https://dimbuizary.ru/articles/common_material/2021-04-28/eremsekt-n-pirog-2274661

Автор:
Читайте нас: