+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Туҡлыҡлы кәтлит

Беҙгә 130-150 грамм ит, 1-2 йомортҡа, 1 баш һуған, ҡыҙҙырырға 15 грамм май, гарнирға 2-3 картуф, тоҙ, борос һәм йәшел тәмләткестәр кәрәк.

Туҡлыҡлы кәтлит
Туҡлыҡлы кәтлит
Һөйәкһеҙ һыйыр йәки һарыҡ итен һуған менән бергә ике тапҡыр ит турағыс аша үткәреп, тоҙ, борос һипкәс, йомортҡа һытып, ҡалаҡ менән бик яҡшылап иҙегеҙ. Ҡаты итеп бешереп, ваҡлан­ған йомортҡаға ваҡ ҡына турап, майҙа ҡыҙҙырылған һуған һәм тоҙ, борос өҫтәп бутағыҙ. Фаршты түңәрәктәргә әүәләгәс, ҡалаҡ менән иҙгеләп, йәйегеҙ ҙә, уртаһына әлеге эслекте һалып, оҙонса кәтлиттәр яһа­ғыҙ. Кәтлиттәрҙе тәүҙә сей йомортҡала, аҙаҡ сохарыйҙа әүәләгәс, майҙа ҡыҙҙырып бешерегеҙ. Шунан табаға теҙеп, бер аҙ духовкала тотоғоҙ. Әҙер кәтлиттәрҙе өҫтәлгә ҡыҙҙырыл­ған картуф, йәшел тәмләткестәр менән бергә бирһәгеҙ, бик тәмле була.
 
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: