+1 °С
Болотло
Какаоны шәкәр ҡомо менән ҡушып, саҡ ҡына һалҡын һыу өҫтәп, яҡшылап болғатырға. Ҡайнап торған һөткә әлеге массаны һалырға, һәм алдан бүрттерелгән желатин ҡушып, ҡайнай башлағансы, болғата-болғата, һүрән утта тоторға. Һуңынан ҡайнар килеш һөҙөргә. 15-18 градусҡа ҡәҙәр һыуынғас, матур формалы һауыттарға һалып, 0-8 градусҡа һыуытырға ҡуйырға.
Табынға бирер алдынан бланманжелы һауыттарҙы бер секундҡа ҡайнар һыуға манып алалар. Шулай иткәндә, тәлинкәгә әйләндереп ҡаплағас, бланманже форманан бик уңайлы ғына төшәсәк. Өҫтәлгә уны десерт тәлинкәһенә йә иһә вазаға һалып сығаралар.
Фото: arnfoto.ru