+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәшелсәле балыҡ

Ял көнөндә ниҙәр бешерергә йыйынаһығыҙ, хужабикәләр? Беҙ һеҙгә шәп рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Йәшелсәле балыҡ
Йәшелсәле балыҡ
Был ризыҡ өсөн бер майлыраҡ балыҡ, бер картуф, бер кишер, бер сөгөлдөр, бер һуған, ике аш ҡалағы көнбағыш майы, өс лавр япрағы, бер сәй ҡалағы тоҙ, биш еҫле борос кәрәк булыр.
 
Тәүҙә балыҡты йыуып таҙартабыҙ. Башын, ҡойроғон киҫеп ташлайбыҙ. Киҫәктәргә бүлеп сығабыҙ. Йәшелсәләрҙе таҙартып, пластина формаһында ҡырҡабыҙ. Кәстрүлдең төбөнә ҡатлап һалабыҙ. Башта сөгөлдөрҙө, шунан балыҡтарҙы, картуфты, кишерҙе, һуғанды ҡатлап һалабыҙ ҙа тоҙлайбыҙ. Лавр япрағы, еҫле борос өҫтәп ебәрәбеҙ. Артабан йәшелсәләрҙең өҫтөнә сыҡҡансы ҡайнаған һыу ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, ике аш ҡалағы көнбағыш майы ҡушып ебәрәбеҙ. Ҡапҡасын ябып талғын утта өс сәғәт тирәһе бешерәбеҙ.
 
Ашығыҙ тәмле булһын!
 
Фото: Patee.ru
Автор:
Читайте нас: