+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Хәлүә эшләп ҡарайыҡ әле!

Хәлүә яратаһығыҙмы? Был татлы ризыҡты әҙерләүе еп-еңел икән. Әйҙәгеҙ, тәүәккәлләп ҡарайыҡ. Хәлүә өсөн беҙгә 350 грамм әрселгән көнбағыш, 1,5 стакан он, 1 стакан шәкәр ҡомо, 0,5 стакан һыу, 150 мл үҫемлек майы кәрәк буласаҡ.

Хәлүә эшләп ҡарайыҡ әле!
Хәлүә эшләп ҡарайыҡ әле!

Көнбағышты алтынһыу төҫкә кергәнсе ҡоро табала ҡыҙҙырырға һәм ит турағыс аша үткәрергә. Айырым табала ондо ҡыҙҙырып, уны көнбағышҡа ҡушып болғатырға. Һыуҙан һәм шәкәрҙән, 10 минут дауамында, сироп ҡайнатырға. Масса шыйыҡ та, ҡаты ла булырға тейеш түгел.

Көнбағыш, он, сироп һәм үҫемлек майын бергә миксер ярҙамында болғатырға. Һалҡын үҫемлек майы менән сироп шунда уҡ бер массаға әйләнә. Ҡуйы ғына ҡушылма барлыҡҡа килгәс, төрлө емештәр һәм сәтләүектәр өҫтәп һалырға була. Һуңынан хәлүәне целлофан пакет йәйелгән һауытҡа һалырға, тығыҙлап тигеҙләргә һәм һыуытырға.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ: vk.com

Фото: chocoladny.ru

https://yanshishma.com/articles/ash-yu-ser-re/2022-06-07/y-ge-h-l-eshl-p-arayy-2833503

Автор:
Читайте нас: