+1 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
3 Февраль , 17:25
Кискә чебурек бешерәйек!
4 стакан онға 1 стакан кефир йәки ойоған һөт, 5 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ сода һалып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Ул ял иткәнсе эслек әҙерләргә. Ярты килограмм фаршҡа 2 башлы һуғанды блендерҙа иҙеп, тәменсә ҡара борос, тоҙ һалып яҡшылап бутарға.
Кискә чебурек бешерәйек!
Ҡамырҙы тигеҙ киҫәктәргә бүлеп, йоҡа ғына итеп йәйгәс, бер яғына фаршты һалып тигеҙләргә. Икенсе яғы менән ҡаплап, ситтәрен сәнске ярҙамында матур итеп йәбештерергә.
Табаға артыҡ күп итмәй генә еҫһеҙ үҫемлек майын һалып ҡыҙҙырырға, чебуректарҙы икешәрләп һалып, һәр яғын 2-шәр минут ҡыҙарғансы тоторға. Был ҡамырға картуф иҙмәһе һалып та бешерергә мөмкин.
Фото:
ferma-alpatevo.ru
Автор:
Дилара Арсаева
Читайте нас в