+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бауырҙан ҡоймаҡ

250 грамм бауыр, 2 стакан он, 700 грамм hөт, 1 балғалаҡ тоҙ, сода, 1 аш ҡалағы һеркә, 2 йомортҡа, 2 теш hарымhаҡ, ярты стакан көнбағыш майы кәрәк.

Бауырҙан ҡоймаҡ
Бауырҙан ҡоймаҡ

Йомортҡа, тоҙ, сода, һеркә hәм hөттө әҙләп кенә ҡушып болғатырға. Сей көйө үткәрелгән бауырҙы көнбағыш майы, он hалып, бер төрлө иҙмә барлыҡҡа килгәнсе болғатырға. Табала ҡоймаҡ кеүек бешерергә. Һарымhаҡты иҙеп, майонез йәки ҡаймаҡҡа ҡушып, әҙер ҡоймаҡ өҫтөнә hөртөргә. Табынға hыуытып бирергә.

Фото:recepty.7dach.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: