-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Маргаринда... эклер!

Был печеньены бик яратып ашайбыҙ. Өйҙә лә бешерергә була. Ҡамыр өсөн ниндәй ингредиенттар кәрәк?  Һыу – бер стакан Он – бер стакан Тоҙ – 1/2 сәй ҡалағы Шәкәр – 1/2 сәй ҡалағы Йомортҡа – 4 дана Маргарин – 100 грамм

Маргаринда... эклер!
Маргаринда... эклер!
Йомортҡа һарыһында ҡайнатылған крем.
Һөт – 500 миллилитр
Шәкәр – бер стакан
Он – 50 грамм
Йомортҡа һарыһы – дүрт дана
Тәүҙә кәстрүлгә һыу ҡоябыҙ ҙа, уға шәкәр менән тоҙ һалып, ҡайнатып алабыҙ. Маргарин өҫтәп, иреп бөткәнсе тотабыҙ. Эҫе майға он ҡушабыҙ. Бутай-бутай 1-2 минут ҡайнатабыҙ. Кәстрүлгә йәбешергә тейеш түгел. Ҡамыр килеп сыға. Уттан алабыҙ, һыуығас, йомортҡа һытабыҙ. Бутайбыҙ ҙа шунан икенсеһен йәнә һытабыҙ. Ҡалаҡ менән болғатып торабыҙ. Ҡамыр шыйыҡ та, ҡуйы ла булырға тейеш түгел.
Насадкалы кондитер тоҡсайына ҡамырҙы тултырабыҙ. Формаға ҡағыҙ (пергамент) түшәйбеҙ. Ҡамырҙы тоҡсайҙан алып, теҙеп һалабыҙ.
Артабан 200 градус температураға 10 минутҡа ҡуябыҙ. Шунан 180 градусҡа кәметәбеҙ ҙә пирожныйҙарҙы 30 минут бешереп алабыҙ. Духовканың ишеген асып ҡарарға ярамай. Әҙер эклерҙарҙы һыуытырға ла эсенә крем тултырырға кәрәк.
Йомортҡа һарыһында ҡайнатылған крем тәҡдим итәбеҙ.
Уның өсөн башта кәстрүлгә һөт ҡойоп ҡайнатабыҙ. Айырым һауытта йомортҡаның һарыһын шәкәр менән туғыйбыҙ. Он һалып, тағы ла бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан шыйыҡсаға һөт ҡойоп болғатабыҙ. Талғын ғына утта 5 минут болғай-болғай бешереп алабыҙ. Килеп сыҡҡан кремды һыуытырға. Ҡуйы ҡаймаҡ һымаҡ булырға тейеш. Башта әҙер кремды кондитер шприцына тултырабыҙ, шунан һуң эклерҙа бәләкәй генә тишектәр яһап, уның эсенә тултырабыҙ.
Маргаринда әҙерләнгән тәмлекәс әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!
 
 
https://bashgazet.ru/articles/yal-s-tend/2019-11-09/margarinda-ekler-618119
Автор:
Читайте нас: