+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡаймаҡлы печенье

Уйламағанда килеп ингән ҡунаҡтарҙы ла ғәжәпләндерерлек, иртәнге сәйҙе лә туҡлыҡлы итерлек, табынығыҙҙың йәме булырлыҡ ябай, әммә тәмле печенье рецебы менән уртаҡлашабыҙ.

Ҡаймаҡлы печенье
Ҡаймаҡлы печенье

Был печенье өсөн 200 грамм ҡаймаҡ, 250 грамм маргарин, 2 йомортҡа, 4 стакан он, 1/3 стакан шәкәр, 1 балғалаҡ сода алына.

Маргаринды сәнске менән иҙгеләп йомшартып алабыҙ. Унан шәкәр ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Йомортҡаны туҡып алабыҙ ҙа маргаринлы иҙмәгә ҡушып болғатабыҙ. Ошонда уҡ ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Шулай уҡ яҡшылап болғатабыҙ. Соданы аш һеркәһе менән һүндерәбеҙ ҙә шулай уҡ ҡушып болғатабыҙ. Хәҙер сират онға етте. Етерлек он ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Килеп сыҡҡан ҡамырҙы өскә бүлеп, түңәрәктәр әүәләйбеҙ ҙә һыуытҡысҡа һалып торабыҙ.
Тәүге шарҙы һыуытҡыстан алып, 0,5 сантиметр ҡалынлыҡта йәйәбеҙ. Унан үҙегеҙ теләгән фомала ҡырҡҡылап сығығыҙ.
Берәй һай тәрилкәгә шәкәр һалып, һәр фигурканы ике яҡлап манып алабыҙ. Унан пергамент ҡағыҙ түшәлгән противенға теҙеп сығабыҙ. 200 градус эҫелектәге духовкала 10-15 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Печеньены табынға һыуынғас ҡына ултыртығыҙ.
Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

 

Автор:
Читайте нас: