+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

“Ялҡау” пицца

Иғтибарығыҙға бер рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ул 10 минутта әҙер була, ҡамыр баҫып интегәһе юҡ. Ҡамыр өсөн: 3 дана йомортҡа, 5 аш ҡашығы майонез, 5 аш ҡашығы он, тәменсә тоҙ.

“Ялҡау” пицца
“Ялҡау” пицца

Эслек өсөн: ит йәки колбаса, ветчина ла бара, сыр, помидор, тоҙло ҡыяр, һуған, кетчуп.  Шыйыҡ ҡамыр әҙерләү өсөн йомортҡа, майонез, он һәм тоҙҙо ҡушып, яҡшылап бутайбыҙ һәм массаны тефлон табаға һалабыҙ. Кетчупты тамсылап ҡына бар ҡамыр өҫтөнә һалып сығабыҙ.

Йәшелсәләрҙе һәм ит ризығын турап, ҡамыр өҫтөнә теҙеп сығабыҙ. Өҫтөнә, мул итеп, сыр һибәбеҙ.

“Ялҡау” пиццалы табаны һүрән утҡа ултыртып, ҡапҡасын  ябабыҙ ҙа, 10 минут тирәһе бешерәбеҙ. Әҙерлеген ағас таяҡсыҡ менән тикшерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: my-eda.ru

Автор:
Читайте нас: