+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ҡаймаҡлы торт

Ҡамыр өсөн ике йомортҡа, бер стакан ҡаймаҡ, бер стакан шәкәр ҡомо, бер сәй ҡалағы ҡамыр күперткес, стакан ярым он сиратлап һалына.

Ҡаймаҡлы торт
Ҡаймаҡлы торт

Һәр ингредиентты өҫтәгән һайын яҡшы итеп туғырға. Блендер ҡулланырға ла мөмкин. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, яртыһына какао ҡушырға.180 градус ҡыҙыулығындағы мейестә 20 минут бешерергә. Һыуынған корждарҙы сиратлап һалып, араһына мул итеп крем һөртөргә.

Крем ошолай әҙерләнә: стакан ярым ҡаймаҡҡа бер стакан шәкәр ҡомо ҡушып, шәкәр иҙелгәнсе туғырға.

Өҫтөн шоколад онтағы һибеп биҙәргә мөмкин.

Сығанаҡ һәм фото:yaikrb

Автор:
Читайте нас: