+15 °С
Болотло
Ҡамыр өсөн 1 стакан ҡайнар һыу, 1 стакан һалҡын һөт, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡашығы шәкәр ҡомо, ярты стакан көнбағыш майы, 2 сәй ҡалағы сүпрә һәм ошо күләмгә етерлек он алына.
Сүпрәне йылымса һыуҙа иретәбеҙ, алда һаналған барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушып, һәйбәтләп болғаткас, он һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Баҫҡас, полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, уның ауыҙын бәйләп, 30 минутҡа һыуытҡысҡа оҙатабыҙ. Ошо ваҡыт үткәс, ҡулланып була.
Ризыҡтарығыҙ тәмле булһын!
Фото: rutube.ru