+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ә һеҙ ҡабаҡтан ваҡ ҡоймаҡ бешергәнегеҙ бармы?

Интернеттан бер рецепт табып алдым. 1 алма, 2 йомортҡа, 150 мл кефир, 250 г ҡабаҡ, 150 г он, 5 г йомшартҡыс, 5 г ванилле шәкәр, 80 г шәкәр, 40 мл үҫемлек майы, семтем тоҙ кәрәк.Алма менән ҡабаҡты бер һауытҡа ҡырырға, икенсе һауытҡа ике йомортҡаны һытып, шәкәр менән ванилле шәкәр, кефир һалып болғатырға ла баяғы алма менән ҡабаҡҡа ҡушырға.

Ә һеҙ ҡабаҡтан ваҡ ҡоймаҡ бешергәнегеҙ бармы?
Ә һеҙ ҡабаҡтан ваҡ ҡоймаҡ бешергәнегеҙ бармы?

Алма менән ҡабаҡты бер һауытҡа ҡырырға, икенсе һауытҡа ике йомортҡаны һытып, шәкәр менән ванилле шәкәр, кефир һалып болғатырға ла баяғы алма менән ҡабаҡҡа ҡушырға.
Шунда уҡ он менән йомшартҡысты һалып бутарға. Ҡалаҡ менән табаға алып һалырлыҡ ҡуйы ғына ҡамыр килеп сыға. Табала ҡыҙған майға берәр ҡалаҡлап һалып, ваҡ ҡоймаҡтарҙы бешерергә.
Ҡаймаҡҡа манып ашаһаң, бигерәк тәмле була, һыуынһа ла тәмһеҙләнмәй, тигәндәр.
Берәйегеҙ бешергәне булһа, яҙығыҙ әле, ысынлап тәмлеме?

Фото: pitaniedetok.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: