+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ифтарға - тәмле синнабон

Синнабон ­тәмле, йомшаҡ ризыҡ. Кремды төрлөсә әҙерләргә була. Ҡамыр өсөн 350 г. он, 5 г ҡоро сүпрә, 100 г. һөт, 50 г. шәкәр ҡомо, 50 г. маргарин, 70 г. ҡаймаҡ, 3,5 г. тоҙ алына. Крем өсөн 200 г. кибет ҡаймағы, 1-2 ҡалаҡ шәкәр (бер йомортҡа ла өҫтәргә мөмкин), эслеккә 500 г. эремсек, 1 йомортҡа, 100 г. шәкәр алына.

Ифтарға - тәмле синнабон
Ифтарға - тәмле синнабон
Ҡамырҙы баҫҡас, ҡабартырға ҡуйырға. Ҡабарып сыҡҡас, тағы баҫырға. Шулай итһәң, ул йомшаҡ була. Әҙер массаны киҫәктәргә бүлеп сығырға, йоҡа итеп йәйеп, эслекте һалып, рулет итеп төрөргә. Табаға һалғас, бер аҙ ҡабартырға. Бешеп сыҡҡас, өҫтөнә кремды ағыҙырға. Кремға бер йомортҡа алған булһағыҙ, рулетты ун минут мейескә ҡуйып алығыҙ.
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: