+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Эремсекле "Рафаэлло"

Был тәмлекәсте әҙерләү өсөн беҙгә 200 грамм эремсек, 100 грамм ҡуйыртылған һөт, 50-шәр грамм кокос вағы, берәй сәтләүек (миндаль йә фундук) кәрәк буласаҡ.

Эремсекле "Рафаэлло"
Эремсекле "Рафаэлло"

Эремсеккә ҡуйыртылған һөттө ҡушып, бер аҙ кокос вағы өҫтәп яҡшылап болғатырға. Уртаһына сәтләүек һалып йомарларға ла кокос вағында әүәләргә. Килеп сыҡҡан "шарҙар"ҙы 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ.

Сығанаҡ:ataisal.com

Фото: tendencii.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: