+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ананаслы запеканка

 3 йомортҡа, 3 аш ҡалағы шәкәр, 750 грамм эремсек, 3 балғалаҡ манный ярмаһы, 1 лимон, 0,25 г ванилин, 200 грамм консерваланған ананас, 1 аш ҡалағы май, йөҙөм кәрәк.

Ананаслы запеканка
Ананаслы запеканка

Бер йомортҡа һарыһын айырып алыр­ға. Йомортҡа ағына һәм ҡалған йомортҡаларға шәкәр ҡушырға. Йөҙөмдө 30 минут һыуҙа ебетергә, эремсеккә манный ярмаһы, ҡырыл­ған лимон ҡабығы, ванилин, йөҙөм өҫтәргә. Һуңынан шәкәр менән туҡылған йомортҡа өҫтәп, яҡшылап болғатырға. Ананас телемдәрен май һыланған түңәрәк формалы табаға теҙергә, өҫтөнә эремсек һалып, ҡалған йомортҡа һарыһы менән һыларға.
180 градуслы духовкала 40 минут бешерергә.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: