+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бәпембә балы

Бәпембә балын (ҡайнатмаһын) тәмләп ҡарағанығыҙ бармы? Май айында ғына әҙерләп була уны, шуға ла мамыҡтарын елгә осорғансы өлгөрөп ҡалайыҡ. Интернетта рецептар шул тиклем күп, ҡайһыһы күңелегеҙгә хуш килә, шуны һайлап алырға мөмкин.

Бәпембә балы
Бәпембә балы
Һеҙгә үҙебеҙ һынап ҡараған ябайын ғына тәҡдим итәбеҙ: ҡайнатма өсөн 400 дана сәскә кәрәк. Балы йыуылып төшмәһен, тип тиҙ генә һалҡын һыуҙа тотоп алығыҙ, бөжәктәренән таҙартыр өсөн генә. Сәскәләрҙе 1 литр һыуға һалып, аҡрын ғына утта 30 минут ҡайнатырға. Шул арала бер сәй ҡалағы лимон кислотаһы өҫтәп ебәрәһең. Унан һуң утын һүндереп, өҫтөн ҡаплап, бер сәғәт тирәһе ял иттерәбеҙ. Һуңынан ҡайнатманы һөҙөп,1 килограмдан артығыраҡ шәкәр ҡомон ҡушаһың, йәнә ярты сәғәт тирәһе ҡайнатып алабыҙ. Утта оҙағыраҡ тотһағыҙ, балығыҙ ҙа ҡуйыраҡ булыр. Әйҙәгеҙ әле, һеҙ ҙә яһап ҡарағыҙ бәпембә балын. Исеме лә ниндәй матур, шиғри яңғырай бит әле, ә!
 
Фото: fruitree.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: