-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡурғашта бешкән тауыҡ боттары

Кәрәк буласаҡ: тауыҡ боттары, картуф, татлы борос, кишер, һуған, һарымһаҡ, петрушка, тоҙ, борос һәм тәмләткестәр. Барыһын да үҙегеҙсә самалап.

Ҡурғашта бешкән тауыҡ боттары
Ҡурғашта бешкән тауыҡ боттары

Алдан тауыҡ боттарына һеңә торһон өсөн, тоҙ, борос, тәмләткестәр һибәбеҙ.

Йәшелсәләр әҙерләйбеҙ: картуф, борос, кишерҙе шаҡмаҡлап турайбыҙ. Һуғанды ярым түңәрәк итеп турап, һарымһаҡты ваҡлағас, өҫтөнә шыйыҡ май  ҡоябыҙ самалап.

Барыһын бергә фольгаға төрәбеҙ. Әйткәндәй, тауыҡ боттарын фотоһүрәттәге кеүек баҫтырып ҡуябыҙ. Алдан уҡ 180 градус эҫелектә йылытылған мейестә бер сәғәт бешерәбеҙ.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:
Читайте нас: