+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Иҫке ауыҙға - яңы аш, иһаһай...

Тәүге тапҡыр ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, еләкме ҡапҡанда: "Иҫке ауыҙға - яңы аш, иһаһай, ауырыуҙарым минән ҡас", - тип әйтә торғайны беҙҙең өләсәй. Һеҙ ҙә шулай, тиһегеҙме? Балтырған ашын яҙын өс тапҡыр бешереп ашарға кәрәк, ти өлкәндәр. Тиҙҙән балтырған ашы бешерер мәл дә етер. Әйҙә, уның рецептын иҫкә төшөрәйек әле.

Иҫке ауыҙға - яңы аш, иһаһай...
Иҫке ауыҙға - яңы аш, иһаһай...
Боронғолар, йылына бер тапҡыр балтырған ашы ашамаған кешенең эсе ҡортлар, тигән. Был үҫемлектә С витамины бик күп. Каротин, тимер, никель, баҡыр, марганец, титан, бор кеүек кеше организмына кәрәкле минералдар ҙа етерлек икән.
Кемдер балтырғанды һурпаға һалып бешерә. Әммә улай үләндең үҙенсәлекле тәме һиҙеләме икән? Әйҙәгеҙ, беҙ өләсәй­ҙәр өйрәткәнсә әҙерләйек. Иң тәүҙә кәс­трүлдә һыу ҡайнатып алабыҙ. Сама менән тоҙ, 3 – 4 картуф әрсеп, турап һалабыҙ. Ул бешә тора, ә беҙ балтырғанды сай­ҡатып, ваҡлап турайбыҙ. Уның өҫтөнә 2 йомортҡа һытып, яҡшы ғына итеп ыуабыҙ һәм кәстрүлгә һалып ебәрәбеҙ. Ыу­маслы балтырған ашы бигерәк тәмле була. Бер йомортҡа менән ыу­мас ыуып, ашҡа әҙләп кенә төшөрөп, етеҙ генә бол­ғатабыҙ. Һуған турап һалырға ла онотмайыҡ.
Ашыбыҙ беште. Уға тәм биреүсе тағы бер мөһим ризыҡ – яңы айыртылған шыйыҡ ауыл ҡаймағы. Ммм... Тәрилкәгә бер ҡалаҡ һалып бутайбыҙ. Йәшел һуған да һибергә мөмкин. Был тәмле ашты кем яратмаҫ икән?! Быйыл да мотлаҡ өс тапҡыр бешереп ашарға тырышайыҡ.
 
 
https://yanshishma.com/articles/ash-yu-ser-re/2021-05-03/i-ke-auy-a-ya-y-ash-i-a-ay-2369658
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: