+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Их, тәмле!

Бөгөн кискә нимә әҙерләргә уйлайһығыҙ? Тауыҡ ите менән сырҙан ҡабымлыҡ эшләп ҡарағығыҙ әле? Үҙе тиҙ әҙерләнә, хәтәр тәмле лә.

Их, тәмле!
Их, тәмле!
Уның өсөн беҙгә кәрәгенсә тауыҡ ите, өс-дүрт йомортҡа, он, тоҙ, ҡара борос, әнис, 100 грамм сыр, көнбағыш майы кәрәк буласаҡ.
 
Тауыҡтың аҡ итен нәҙек кенә итеп арҡырыға киҫәбеҙ. Һәр киҫәген ике яҡлап һуҡҡылайбыҙ. Тоҙлап, борослап, ярты сәғәткә ҡалдырып торабыҙ. Айырым һауытҡа йомортҡаны һытып тоҙлайбыҙ. Икенсе һауытҡа он һалабыҙ.
 
Тауыҡ итен тәүҙә онда, шунан йомортҡаға һалып әүәләп алабыҙ. Ҡабарып торһон өсөн бер нисә мәртәбә әүәләйбеҙ. Артабан табаға көнбағыш майы һалып ҡыҙҙырабыҙ ҙа, тауыҡ иттәрен әйләндереп ике яҡлап бешереп алабыҙ.
 
Сырҙы эре ҡырғыс аша үткәреп, әнисте ваҡлап турайбыҙ. Ит әҙер булғас, уларҙы өҫтөнә һибәбеҙ. Бер минут тирәһе утта тотоп алабыҙ ҙа, сыр ирегәс, һүндереп, тәрилкәгә бушатабыҙ.
 
Ашығыҙ тәмле булһын!
Автор:
Читайте нас: