+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кесерткәндән салат эшләнегеҙме әле?

Беҙгә берәр ҡуш ус йәш кесертән, йәшел һуған, петрушка, ике бешкән йомортҡа, ике аш ҡашығы ҡаймаҡ һәм тәменсә тоҙ кәрәк булыр.

Кесерткәндән салат эшләнегеҙме әле?
Кесерткәндән салат эшләнегеҙме әле?

Тәүҙә кесерткәнде душлагҡа һалып, өҫтөнә бер нисә тапҡыр ҡайнап сыҡҡан һыу ҡойоп алығыҙ. Һыуы һарҡығас, ваҡ итеп турағыҙ.

Ҡалған ингредиенттарҙы ваҡлап турағас, бергә ҡушып, тоҙ, ҡаймаҡ һалып бутағыҙ.

Салаттың файҙалы сифаттары юғалмаһын өсөн уны әҙерләгәс тә ашап ҡуйырға кәрәк.

Фото: povar.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: