+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Тун аҫтындағы селедка”ны яңыса яһай беләһегеҙме?

Бер яңы ингредиент был салатты телеңде йоторлоҡ итә. Ҡунаҡтарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың иҫе китер!

“Тун аҫтындағы селедка”ны яңыса яһай беләһегеҙме?
“Тун аҫтындағы селедка”ны яңыса яһай беләһегеҙме?

Cеледка балығын картуфлы, кишерле, сөгөлдөрлө “тун” аҫтына һалып ашарға яратмаған кеше һирәктер. Бөгөн беҙ һеҙгә уны яңыса әҙерләргә тәҡдим итәбеҙ. Ул тағы ла тәмлерәк буласаҡ!
Салат һауытына тәүҙә, һар ваҡыттағыса, бешкән картуф ҡырып һалабыҙ. Өҫтөнә бер аҙ майонез һылағас, ваҡ итеп туралған селедка балығын мул ғына итеп теҙеп сығабыҙ.
Хәҙер ваҡ итеп туралған һуғанды айырым һауытҡа һалып, әҙ генә шәкәр ҡомо, тоҙ аш һеркәһе һалып, бутайбыҙ. Ҡыҙыл һуған менән алма һеркәһе булһа, бигерәк тә яҡшы. Һуғанды балыҡ өҫтөнә һалабыҙ.
Бына хәҙер быға тиклем ҡулланмаған яңы ҡатламға ваҡыт етте. Ул мойва балығы ыуылдырығы. Был ризыҡ барлыҡ магазиндарға тиерлек һатыла, ул тиклем ҡиммәт тә түгел. Ошо ыуылдырыҡты һуған өҫтөнә һылап сығабыҙ.
Сират – ҡырғыстан үткәрелгән кишергә. Кишер өҫтөнә бер аҙ майонез буяғыҙ, ҡырылған бешкән сөгөлдөр менән салатыбыҙ ҡатламдарын теүәлләп ҡуябыҙ һәм теләгәнсә биҙәйбеҙ.
Кишерҙән һуң бер ҡат бешкән йомортҡа ла һалырға мөмкин. Кишерҙе бөтөнләй һалмаҫҡа ла була. Ә ҡалған ингредиенттар – мотлаҡ.
Аштарығыҙ тәмле булһын!

Фото: vseglisty.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: