+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Еләкле торт

Көндәр ҡыҙҙыра, яҙ иртә килде. Тиҙҙән баҡсаларҙа, ялан-ҡырҙарға еләк тә бешә башлар. Шул форсаттан файҙаланып, бер тәмле торт рецебы тәҡдим итәбеҙ. Беҙгә 10 порция өсөн: 150 грамм йылы аҡ май, 3 йомортҡа, 150 грамм шәкәр ҡомо, 40 грамм кокос юнысҡыһы, 185 грамм он, 1 сәй ҡалағы ҡамырҙы йомшартҡыс, 2 аш ҡалағы шәкәр пудраһы, 200 грамм ҡурай еләге (ҡыш көнө туңдырылған еләктәр ҙә ярай), 300 мл һөт өҫтө.

Еләкле торт
Еләкле торт

Бешереү: Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытығыҙ. Йомортҡа һарыһын шәкәр менән туҡығыҙ. Ондо йомшартҡыс менән бутағыҙ һәм баяғы массаға ҡушығыҙ. Йомортҡаның тороп ҡалған ағын 2 аш ҡалағы шәкәр менән туғығыҙ, унда кокос юнысҡыһы ҡушығыҙ. Барлыҡ килеп сыҡҡан массаға май өҫтәгеҙ. Ҡамырҙы формаға һалығыҙ һәм 55 минут бешереп алығыҙ.
Еләктең яртыһына 2 аш ҡалағы һыу ҡушығыҙ һәм 5 минут бешереп алығыҙ, ваҡ һөҙгөс аша үткәрегеҙ һәм 1 аш ҡалағы шәкәр пудраһы һалып бутағыҙ. Һөт өҫтөн ҡалған шәкәр пудраһы менән бергә туғығыҙ һәм бешкән тортҡа буяғыҙ. Өҫтөнә еләкле пюрены ҡойоғоҙ. Еләк һәм кокос юнысҡыһы менән биҙәгеҙ.
Бешереү ваҡыты: — 60 минут.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Фото: aroma-avenue.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: