-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сәтләүекле рулет

Ҡамыр өсөн 2 стакан он, 0,5 стакан шәкәр, 50 – 100 г аҡ май йәки маргарин, 1 йомортҡа, 4  ҡалаҡ ҡаймаҡ, тоҙ, аш содаһы алына.Эслеккә 1 стакан әстерхан сәт­ләүеге, 0,5 стакан шәкәр, 2 ҡалаҡ бал, 1/8 ҡалаҡ дәрсен кәрәк.

Сәтләүекле рулет
Сәтләүекле рулет

Ҡамыр өсөн бөтә ингредиенттарҙы ҡушып бутарға һәм шәрбәтле ҡамыр баҫырға. Әҙер ҡамырҙы  бер яҡ осон бер аҙ йоҡараҡ итеп йәйергә. Йоҡараҡ яғына бал һыларға ла, өҫтөнә шәкәр,  дәрсенле онталған  сәтләүек һибергә. Икенсе яғына йомортҡа туҡып һөртөргә.
Йәймәне төрөп, өҫтөнә йомортҡа һөртөп, бер нисә урындан тишергә. Ҡыҙған мейестә бешереп алырға.

Автор:
Читайте нас: