+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кесерткән ашы ғына түгел был!

Фрикаделькалы кесерткән ашы бешергәнегеҙ бармы? Булмаһа, әйҙәгеҙ аш-һыу бүлмәһенә! Унан да файҙалыраҡ үҫемлек юҡ, ти табиптар. Шуға күрә был айҙа һис юғында 2-3 тапҡыр кесерткән ашы бешереп ашарға кәңәш итә улар.

Кесерткән ашы ғына түгел был!
Кесерткән ашы ғына түгел был!

Ҡайнап торған һыуға бер аҙ ҡыҙҙырылған фрикаделька, картуф, кишер һәм һуған һалабыҙ. Бешеп еткәндә, туралған кесерткән, 2 йомортҡа туғылап, һурпаға болғата-болғата өҫтәйбеҙ. 1-2 минут ҡайнатҡас, һүндерәбеҙ.

Туралған йәшел һуған ҡыяғы һалып, табынға бирәбеҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын!

Фото: https://kiziltan.ru/

Автор:
Читайте нас: