+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бер мөһим сере бар!

Ярты литр йылы һөткә бер аҙ ҡайнаған һыу ҡушабыҙ (һөт йылымса булырға тейеш), өҫтөнә 1 йомортҡа, 2-3 аш ҡашығы шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 3-4 аш ҡашығы үҫемлек майы, 20 грамм сүпрә, кәрәгенсә он ҡушып болғатып, ҡоймаҡ ҡамыры яһайбыҙ. Һауытты йылы урынға ҡуябыҙ.

Бер мөһим сере бар!
Бер мөһим сере бар!

Тиҙ кәрәк булһа, икенсе бер һауыттағы йылы һыуға ултыртырға була. Ҡамыр өҫкә күпереп менеүгә ҡыҙған табала бешерә башлайбыҙ.

Бер мөһим сере бар: һауыттағы ҡамырҙы бешерер алдынан болғатырға кәрәкмәй! Һуңынан ҡоймаҡтарҙы иретелгән аҡ май менән мул итеп майлайбыҙ.

Фото: Pinterest

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: