+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Корн-догтар

Корн-дог – ҡамыр эсендә сосиска. Әммә был ризыҡтың ҡамыры йоҡа һәм тотоп ашар өсөн таяғы ла бар. Һабантуйҙарҙа, балалар өсөн күңел асыу үҙәктәрендә, төрлө кафеларҙа әлеге тәмлүшкә йыш осрай. Был ризыҡты өй шарттарында ла еңел генә әҙерләп була.

Корн-догтар
Корн-догтар

Ингредиенттарға килгәндә, һеҙгә 1 ҡап үҙегеҙ яратҡан сосикалар, 200 грамм он, 1 йомортҡа, 50-100 миллилитр һөт, көнбағыш майы, семтем генә тоҙ, ярты сәй ҡалағы шәкәр һәм ярты сәй ҡалағы йомшартҡыс кәрәк буласаҡ.

1.Ҡоро ингредиенттарҙы тәрән һауытта бергә ҡушабыҙ. Ул һауытта беҙ сосискаларҙы манып аласаҡбыҙ, шуға күрә үҙегеҙгә уңайлы булғанын һайлағыҙ.

2.Шунда уҡ йомортҡа һытабыҙ ҙа, бер аҙ туғылайбыҙ. Һуңынан һөт ҡушып, ҡамыр яһайбыҙ. Шыйыҡлығы буйынса ул ҡуйы ҡаймаҡ кеүек булырға тейеш.

3.Сосискаларҙы онда аунатабыҙ. Баштарына таяҡ ҡаҙап, ҡамырға манабыҙ.

4.150-170 градусҡа ҡәҙәр ҡыҙҙырылған майҙа бешерәбеҙ. Майҙы күберәк һалырға кәңәш итәбеҙ, улай һеҙгә уңайлыраҡ буласаҡ. Ә корн-догтарҙың бешкәнен иһә һеҙ алтынһыу төҫкә инеүенән белә алаһығыҙ.
Аштарығыҙ тәмле булһын!

Фото: arnfoto.ru

https://alluki.ru/articles/t-mlebik-yr-t-/2023-06-06/korn-doglar-3289089

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: