+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Пәхләүә - төрөк аш-һыуы

Әҙерләү ваҡыты: 1 сәғәт 30 минут. Ингредиенттары: 450 грамм он, 4 йомортҡа, 80 грамм ҡаймаҡ, 30 грамм һары май, 5 грамм әсетке, 1,5 балғалаҡ һыу.Эслек өсөн: 120 грамм әстерхән сәтләүеге, 35 грамм һары май, 100 грамм шәкәр ҡомо.Өҫтөнә һөртөү өсөн: 1 йомортҡа һарыһы, 300 грамм бал.Таба майлау өсөн: 5 грамм май

Пәхләүә - төрөк аш-һыуы
Пәхләүә - төрөк аш-һыуы

Әҙерләү тәртибе: йомортҡаны туҡыйҙар, ҡаймаҡ, эретелгән май, йылы һыуҙа ебетелгән әсетке, он һалып, тығыҙ ҡамыр баҫалар. Ҡалҡһын өсөн ҡамырҙы 20-30 минут йылы урында тоталар. Әҙер ҡамырҙы 12-14 өлөшкә бүлеп һәр һәр береһен 1,5 мм ҡалынлыҡта йәйәләр. Әстерхан сәтләүеген бер аҙ табала ҡыҙҙыралар, ваҡлап,  шәкәр менән болғайҙар. Йәймәне майлы табаға һалалар, өҫтөнә эретелгән май һөртәләр һәм шәкәрле сәтләүекте һибеп, икенсе йәймә менән ябалар. Шулай һәр бер йәймәгә эретелгән май һөртөп, сәтләүек һалалар. Иң аҙаҡҡы йәймә менән иң беренсеһенең ҡырҙарын семтеп тоталар. Өҫтөнә һыу менән күпертеп туҡылған йомортҡа һөртәләр, 10-15 минутҡа газ мейесенә ҡуялар. Артабан унан алып, шаҡмаҡлап киҫәләр (иң аҫҡы ҡатламын киҫмәйҙәр) һәм тағы 10-15 минут мейестә тоталар. Әҙер пәхләүәнең киҫәктәрен бер-береһенән айырып, һыуыталар. Табынға сәй янына бирәләр.

Фото: skazka-arkhyz.ru

Автор:
Читайте нас: