+6 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Холодец яһанығыҙмы әле?

Бик тәмле холодец яһау ысулы*Кәрәк буласаҡ: 1,5 килограмм тауыҡ, һеңерле, һөйәкле һыйыр ите (аяҡ тирәһе – 2 килограмм самаһы) уртаса ҙурлыҡта 1 кишер, 1 баш һуған, 6 тырнаҡ һарымҡаҡ, 2 лавр япрағы, 6 түңәрәк ҡара борос, тәменсә тоҙ.

Холодец яһанығыҙмы әле?
Холодец яһанығыҙмы әле?

Һөйәкле иттәрҙе йыуып, һалҡын һыулы кәстрүлгә һалабыҙ. Һыуы ҡайнап сығар алдынан күбеген йыйып, тоҙ һалабыҙ. Һалмаҡ ҡына утта кәмендә 5–6 сәғәт бешерәбеҙ.

Шунан һуң кәстрүлгә башлы һуған һәм кишер (турамайынса) һалабыҙ ҙа тағы 20 минут ҡайнатабыҙ. Лавр япрағы һәм түңәрәк борос өҫтәп, утта тағы 10–15 минут тотабыҙ.
Итте кәстрүлдән сығарып, һөйәгенән айырабыҙ һәм турайбыҙ. Йәшелсәне, лавр япрағын һәм боросто һурпанан йыйып алабыҙ.
Туралған итҡә ваҡлап туралған һарымһаҡ өҫтәйбеҙ. Өҫтөнә һөҙөлгән һурпа ағыҙабыҙ. Һыуына төшкәс, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Телеңде йотарлыҡ холодҽц килеп сығасаҡ!

"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас: