+6 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Еңелсә генә салат рецебы

Бик тә тәмле килеп сыға. Бының өсөн ике кишер, ике апельсин, бер аш ҡалағы әлиф майы, ике аш ҡалағы лимон һуты, бер семтем шәкәр, ике аш ҡалағы ҡыҙҙырылған әстерхан сәтләүеге, ҡара борос, тоҙ кәрәк.

Еңелсә генә салат рецебы
Еңелсә генә салат рецебы

Әҙерләү:

Кишерҙе йыуып таҙартып эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Апельсинды әрсеп, таҙартып турайбыҙ. Сәтләүекте ваҡлайбыҙ. Бөтәһен бер һауытҡа һалабыҙ. Соус эшләйбеҙ. Майҙы, һутты, тоҙ, борос, шәкәрҙе бутайбыҙ ҙа йәшелсәләргә һалып һәйбәтләп болғатабыҙ. Салатыбыҙ әҙер.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: telegra.ph

Автор:
Читайте нас: