+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тиҙ генә өлгөрә торған ҡамыр

Ҡунаҡтар килһә, һеҙгә тиҙ генә бешерергә уңайлы ҡамыр рецебын тәҡдим итәбеҙ. Бик тәмле була. Кәрәк буласаҡ: 1 стакан ҡайнар һыуға – 1 стакан һалҡын һөт, ярты стакан үҫемлек майы, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо һәм 1 пакет (11 граммлы) “Саф момент” сүпрәһе һәм 5 стакан он.

Тиҙ генә өлгөрә торған ҡамыр
Тиҙ генә өлгөрә торған ҡамыр

Әҙерләү ысулы: “Саф момент” сүпрәһен һалып, яҡшылап болғатаһың. Артабан 5 стакан он һалып баҫырға,  тик 5-се стакандағы ондо һалып  бөтөрмәгеҙ.  Иң тәүҙә ҡамырҙың тығыҙлығын ҡарарға кәрәк (артыҡ ҡаты ла, йомшаҡ та булмаһын).  Шунан тишек булмаған шыптыр моҡсайға һалып, һауа инмәҫлек итеп бәйләргә лә һыуытҡыстың иң өҫкө кәштәһенә һалып торорға. Сүпрәһе яҡшы булһа, 40 минутта ҡабара. Ҡамыр бик  йоҡа итеп йәйелә. Төрлө бәлештәр, пицца бешерергә мөмкин.

Фото: Скриншот “Татар халык ашлары” төркөмөнән.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: