+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Эремсекле ҡоймаҡ

Бының өсөн: 1 литр һөт, 2-3 стакан он, ярты ҡалаҡ тоҙ, ярты ҡалаҡ аш содаһы, 2 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ көнбағыш майы, 2 йомортҡа, эслеккә ярты килограмм эремсек, 1 стакан йөҙөм, 3 ҡалаҡ шәкәр, 100 грамм ҡаймаҡ кәрәк буласаҡ.

Эремсекле ҡоймаҡ
Эремсекле ҡоймаҡ

Барыһын да һөткә ҡушып ҡамыр әҙерләргә һәм ҡой­маҡ ҡойорға.
 Эремсеккә шәкәр, йөҙөм, ҡаймаҡ һалып болғатырға (ҡорораҡ тойолһа, бер нисә ҡалаҡ ҡына һөт өҫтәргә мөмкин). Һәр ҡоймаҡҡа 2 ҡалаҡ самаһы эслек һалырға.
Эслектең тағы бер варианты: картуфты бешереп иҙер­гә лә, майҙа ҡыҙ­ҙырылған һуған ҡушырға.

Ҡаластан шәңгә

Ҡамыр баҫып тормайынса ғына эремсек шәңгәһе бе­шерергә өй­рәтәбеҙ.
Бәләкәй ҡаластарҙы ярты сәғәт һөттә ебетергә. Улар ныҡ  йомшарырға тейеш тү­гел. Өҫтөнә эремсеккә йомортҡа, бер ҡалаҡ шәкәр, йөҙөм буталған  ҡатнашманы  һалырға. 30 минутҡа мейес­кә бе­шерергә ҡуйырға. Эремсек алтынһыу төҫкә инһә, ризыҡ әҙер.
Ҡаластың уртаһына һа­лырға үткәрелгән ит менән һуған, бәшмәк, төрлө йәшел тәмләткестәр ҡушылған сырҙы ҡулланырға мөмкин.

Фото: bondik-kids.ru

Автор:
Читайте нас: