+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғәҙәти аш түгел

Киске ашҡа ниҙәр әҙерләйһегеҙ, хөрмәтле хужабикәләр? Үҙ сиратыбыҙҙа һеҙгә ошондай шәп рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Ғәҙәти аш түгел
Ғәҙәти аш түгел
Фасоль менән тауыҡ итенән аш бешереү өсөн 200 грамм тауыҡ ите, ике тырнаҡ һарымһаҡ, бер баш һуған, үҙ һутында эшләнгән 800 грамм томат, бер литр тауыҡ һурпаһы, бер сәй ҡалағы ҡоро базилик, ярты сәй ҡалағы ҡоро орегано, 200 грамм ҡуҙаҡлы фасоль, тоҙ, борос кәрәк буласаҡ.
 
Башта һуған менән һарымһаҡты ваҡлайбыҙ. Тауыҡ итен турайбыҙ. Табаға үҫемлек майы һалып, тәүҙә һуғанды ҡыҙҙырабыҙ, шунан һарымһаҡ өҫтәп, тағы ла бер минут тирәһе тотабыҙ. Артабан тауыҡ итен һалып ҡурабыҙ.
 
Табалағы ҡатнашманы кәстрүлгә һалабыҙ ҙа һурпаны өҫтәйбеҙ. Ҡоро тәмләткестәрҙе, тоҙ, иҙелгән томаттарҙы ҡушабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, ашты талғын ғына утта 30 минут тирәһе бешерәбеҙ. Фасолды ваҡлап ҡушабыҙ ҙа тағы ла ун минут тирәһе ҡайнатып алабыҙ. Табынға йылы килеш бирергә кәрәк.
 
Ашығыҙ тәмле булһын!
 
Фото: Lakomka.club
Автор:
Читайте нас: