+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Эксибишен" һуғанын ултыртып ҡарағыҙ

Һуңғы арала баҡсасылар араһында популярлашып киткән культураларҙың береһе - "Эксибишен" сортлы һуғанын сәсер мәл етте. Уның уртаса ауырлығы 150-550 грамм тәшкил итә. Ҡайһы бер баҡсасылар 800 грамм ауырлыҡтағы һуған үҫтергәне лә бар. 1 квадрат метр түтәлдән уртаса 4.5 килограмм уңыш алырға була.

"Эксибишен" һуғанын ултыртып ҡарағыҙ
"Эксибишен" һуғанын ултыртып ҡарағыҙ

Февраль айынан март аҙағынаса рассадаға ултыртырға була. 

Бының өсөн орлоҡтарҙы  1 литр һыуға 1 грамм марганцовка һалып 45 минут тирәһе тотоп алыр кәрәк. Һыуынан һарҡытып киптереп алғас сәсергә була. Рассада өсөн 15-20 сантиметр бейеклектән дә кәм булмаған һауыт алырға кәрәк. Яҡшы тупраҡ тултырғандан һуң орлоҡтарҙы сәсәбеҙ. Иң мөһиме - һыуҙы тик пульверизаторҙан ғына һибергә кәрәк. 

Бер аҙна ваҡыт үтеүгә һуған орлоҡтары шытып сығасаҡ. Апрель айҙарында үҫентеләрҙе сыныҡтыра башларға кәрәк. Май урталарында тупраҡ йылынғас түтәлдәргә күсереп ултыртырға ла була.

Фото: 2sotki.ru

https://ejansura.ru/news/faiza/2024-02-17/eksibishen-u-anyn-s-serg-va-yt-3646873

Автор:
Читайте нас: