+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өй шарттарында “Рафаэлло”

Бер ҡап кукуруз таяҡсыһы (100 грамм самаһы), бер банка ҡуйыртылған һөт, фундук йәки баҙам (миндаль) сәтләүеге, кокос онтағы кәрәк буласаҡ.

Өй шарттарында “Рафаэлло”
Өй шарттарында “Рафаэлло”

Кукуруз таяҡсыларын яҡшы итеп иҙәбеҙ (блендер ҡулланырға мөмкин) һәм ҡуйыртылған һөт ҡушып болғайбыҙ. Масса ҡуйы, әүәләй алырлыҡ булырға тейеш. Эсенә сәтләүек һалып, ошо массанан түңәрәк кенә шарҙар эшләйбеҙ һәм кокос онтағына манып алабыҙ. Бер сәғәт һыуытҡыста тотоп алһағыҙ, тәмлекәс әҙер!

Фото: shakespear.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: