+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йомшаҡ ҡына тәмле ҡамыр

Тиҙ генә әҙер була торған ҡамыр. Унан төрлө ризыҡтар бешерергә ярай. Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ: 1 стакан кефир, ярты стакан көнбағыш майы, 1 пакет (11 грамм) ҡоро сүпрә, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 3 стакан он.

Йомшаҡ ҡына тәмле ҡамыр
Йомшаҡ ҡына тәмле ҡамыр

Әҙерләү ысулы:
Кефирға көнбағыш майын ҡушып, әҙерәк йылытабыҙ. Шунан тоҙ менән шәкәр өҫтәп, иләнгән ондо сүпрә менән бутайбыҙ. Артабан ондоң өҫтөнә яйлап кефирҙы ҡоябыҙ һәм йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Өҫтөн ябып, 30 минутҡа йылы ергә ҡуйып торабыҙ. Ҡамыр ҡалҡҡансы, эслек әҙерләйбеҙ. Майлы табаға әҙер бәлештәрҙе, тәмлекәстәрҙе теҙеп сығабыҙ. Мейес йылығансы, 10 минутҡа  ҡабартырға ҡуябыҙ. Артабан бәлеш йәки тәмлекәстәр өҫтөнә туғылған йомортҡа һөртөп сығабыҙ.
Мейестең ҡыҙыулығына ҡарап, өҫтө ҡыҙарғансы тәмлекәстәрҙе тотабыҙ.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: