+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тоҡсайҙа бешерелгән омлет

Тәме һөтлө “сливочный” сыр кеүек була.Йомшаҡ, һутлы, бер тамсы майһыҙ был омлетты бер бешереп ҡараһағыҙ, гел бешергегеҙ киләсәк.

Тоҡсайҙа бешерелгән омлет
Тоҡсайҙа бешерелгән омлет
Кәрәк:
3 йомортҡа, 2/3 стакан һөт, тоҙ. Саҡ ҡына шәкәр ҡомо ла өҫтәргә мөмкин.

Йомортҡа менән һөттө ҡушып, миксер ярҙамында болғатабыҙ. Ике целлофан тоҡсай алып, бер-береһенә кейҙерәбеҙ ҙә массаны ошо пакеттар эсенә һалабыҙ. Бәйләп, ҡайнап ултырған һыуҙа 30 минутҡа оҙатабыҙ.
30 минуттан һуң омлетты тоҡсайҙан алып (ул тоҡсайға йәбешмәй), тәриликәгә һалып, телергә генә ҡала.
Ашығыҙ тәмле булһын!
 
Фото: womanadvice.ru
 
Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortvk
Автор:
Читайте нас: