+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Манный ҡоймағы

Ҡоймаҡ ашау аҙнаһы башланды. Быйылғы «Масленица» аҙнаһы 11 башланып, 14 мартта тамамлана. Шулай булғас, еңел генә итеп әҙерләнгән манный ҡоймағы бешереп алайыҡ әле!

Манный ҡоймағы
Манный ҡоймағы

2 стакан манный ярмаһы,  0,5 литр ойоған йылы һөт,  2 йомортҡа,  3 аш ҡалағы шәкәрҙе барыһын бергә болғап, ярты сәғәткә йылы урынға ҡуябыҙ.
Унан һуң, 1 стакан он, 1 балғалаҡ сода, 50 грамм көнбағыш майы, 1 балғалаҡ тоҙ һалып, болғата-болғата 1 стакан тирәһе ҡайнап торған һыу ҡоябыҙ ҙа барыһын бергә болғатабыҙ.
Бешергән береһен майлап ебәрһәң, иҫ киткес тәмле ҡоймаҡ әҙер!

Автор:
Читайте нас: