1 аш ҡашығы ҡоро сүпрәгә (кибеттеке) 1 сәй ҡашығы шәкәр ҡомо, 1 аш ҡашығы он, ярты сынаяҡ йылы һыу һалып, бутап, ҡабартырға ҡуйығыҙ. Ул арала 1 килограмм манный ярмаһына 700-800 мл йылы һөт, 0,5 -1 сәй салағы тоҙ һалып, икмәк ҡамыры кеүек ҡатыраҡ итеп ҡамыр баҫырға. Сүпрә әҙер булғас, уны ла ҡамырға ҡушып, яҡшылап бутап, йылы урынға ултыртырға. Ҡамыр 40-45 минутта ҡабарып менә. Ҡайнап торған 1 литр һөт һалып тиҙ генә болғатырға һәм алдан күпертелгән 7-8 йомортҡа ҡушып туҡыйбыҙ. Йәнә 1,5 сәғәткә ҡабартырға ҡуйырға. Унан һуң инде табикмәкте көнбағыш майында бешерә башларға ла була. Ҡуйырыбыраҡ китһә, ҡайнар һөт өҫтәргә мөмкин.
Фото: rutube.ru