+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡамыш шәкәре аҡ шәкәрҙән нимәһе менән айырыла?

Сөгөлдөрҙөкөнән айырмалы рәүештә, ҡамыш шәкәрендә калий кеүек минерал 20 тапҡырға күберәк, тимер - 10, ә кальций 85 тапҡырға артығыраҡ табылған. Бынан тыш, ҡамыштан эшләнгән продуктта магний бар, сөгөлдөр шәкәрендә ул бөтөнләй юҡ.

Ҡамыш шәкәре аҡ шәкәрҙән нимәһе менән айырыла?
Ҡамыш шәкәре аҡ шәкәрҙән нимәһе менән айырыла?

Шулай уҡ был шәкәр төрөндә В төркөмө витаминдары күп, улар метаболизмды яҡшыртыуға булышлыҡ итә һәм организмдың сәләмәт эшмәкәрлеге өсөн яуаплы.

Органолептик билдәләрҙә лә айырма һиҙелә. Мәҫәлән, ҡамыш шәкәренә карамель төҫө һәм тәме хас. Ул һалынған ризыҡтарҙан нәфис, нескә һәм карамель тәме килеп тора. Был үҙенсәлек айырыуса, эсемлектәр һәм соус әҙерләгәндә юғары баһалана.

Камыш шәкәренең үҙенсәлекле төҫө уның составына меласса (ҡара патока) инеүе менән аңлатыла. Был файҙалы матдәләр һәм аҡһым сығанағы.

Шулай итеп, шәкәр ҡарараҡ булған һайын, унда патокалар күберәк була һәм ул файҙалыраҡ була.

Фото: russian.alibaba.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: