Ҡоймаҡ өсөн бер литр ыуыҙ һөтөнә ярты балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, кәрәкле ҡуйылыҡҡа еткәнсе он алына. Бер аҙ һөт йәки ҡайнаған һыу, бер аш ҡалағындай көнбағыш майы ҡушырға мөмкин. Юғиһә, ул ҡаты буласаҡ. Бөтәһен бергә һалып туҡыйбыҙ ҙа, ғәҙәттәгесә, ҡоймаҡ кеүек итеп ҡоябыҙ.
Телде йоторлоҡ ҡоймаҡ әҙер! Ашығыҙ тәмле булһын!
"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.