+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Бала-саҡтағы коржиктар

 Ингредиенттар:*он 400 грамм*шәкәр ҡомо 200 грамм*маргарин майы 100 грамм*йомортҡа 1 штук*һөт 80 мл.*разрыхлитель 10 грамм *ванилин кәрәк буласаҡ.

Бала-саҡтағы коржиктар
Бала-саҡтағы коржиктар

Әҙерләү:
*Ондан башҡа ингредиенттарҙы бергә ҡушып яҡшы итеп туғыйбыҙ һәм килеп сыҡҡан шыйыҡсаға яйлап ҡына он ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ.
*Ҡамырҙы ярты сәғәттәй ял иттереп алғас, ыҡсым ғына өлөштәргә бүлеп, 6—7 мм ҡалынлыҡтағы йәймәләр йәйәбеҙ.
*Ҡамырҙы формалап ҡырҡабыҙ (үҙегеҙгә оҡшаған)
*Әҙер йәймәләргә йомортҡа һөртөп (бер йомортҡа һарыһына бер аш ҡалағы үҫемлек майы бутап) 180 градус ҡыҙыулыҡта 15 минут бешереп алабыҙ.
*Бешкән тәмлекәстәр өҫтөнә шәкәр пудраһы һибеп өҫтәлгә бирәбеҙ.
 Сәйегеҙ тәмле булһын!

"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас: