+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

"Вена" печеньеһы

Барлыҡ ҡатын-ҡыҙға таныш күренеш ул – тәмле генә торт йә печенье менән табында сөкөрләшеп сәй эсеп алыу. Тап ошо маҡсатта һеҙгә “Вена печеньеһы”н бешереү серен асмаҡсыбыҙ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә шәрбәтле лә, ҡарап тороуға ҡупшы ла тәмлекәс әҙерләргә мөмкин.

"Вена" печеньеһы
"Вена" печеньеһы

Кәрәк:
250 грамм маргарин, 1 ста­кан шәкәр, 2 йомортҡа, шыйыҡ булмаған варенье йә джем, ярты сәй ҡалағы сода, 4 стакан он, көнбағыш майы.
Әҙерләү:
Ҡамыр баҫасаҡ һауытҡа йомортҡа, шәкәр, сода һалып туғыйбыҙ. Өҫтөнә иретелгән маргаринды ҡоябыҙ. Килеп сыҡҡан массаға он һалып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡулға йәбешмәҫлек кимәлгә еткән ҡамырҙан бәләкәй генә йомғаҡ бүлеп алабыҙ. Уны полиэтилен тоҡсайға һалып, 15 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ә ҡалған ҡамырҙы 1-1,5 сантиметр ҡалынлығында йәйәбеҙ.
Духовканың табаһын еңелсә генә майлап, әҙер йәймәне шунда һалабыҙ. Ҡамыр өҫтөнә алдан әҙерләп ҡуйған варенье йә джемды тигеҙ итеп һылайбыҙ. Һыуытҡыста ҡатыңҡырай биргән ҡамыр йомғағын алып, ҡырғыс аша варенье өҫтөнә үткәрәбеҙ.
Әҙер печеньены 150 градусҡа тиклем йылытылған духовкаға йә мейескә ҡуябыҙ. 30-35 минуттан телеңде йоторлоҡ “Вена пе­чень­еһы” әҙер булыр. Бешеп сыҡҡас, әҙерәк һыуынғанын көтөп, ҙур булмаған өлөштәргә теләбеҙ. Сәйегеҙ тәмле, күңелдәрегеҙ киң булһын, әхирәттәр!

Фото: https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_4678

Автор:
Читайте нас: