+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Мотлаҡ ашарға тырышығыҙ

Яҙғыһын 3 үләнде мотлаҡ 3 тапҡыр булһа ла бешереп ашарға кәрәк икән. 

Мотлаҡ ашарға тырышығыҙ
Мотлаҡ ашарға тырышығыҙ
Кесерткән ашын яҙ етеү менән, кесерткән үләне ҡалҡып сыҡҡас та бешергәндәр. Кесерткән файҙалы матдәләргә бик бай, япраҡтарында С витамины лимонға ҡарағанда 2,5 тапҡырға күберәк. Шулай уҡ А, В1, В2 витаминдары, минераль тоҙҙар, төрлө органик матдәләр күп. Кесерткән аҡһымында алыштырғыһыҙ 10 аминокислотаның 9-ы бар. Арығанда, ауырыуҙарҙан өҙлөккәндә ул - иң беренсе ярҙамсы. Калий менән кальцийға бай булыуы йөрәкте, ҡан тамырҙарын шифалай. Шәкәр ауырыуын, гемоглобин төшөүен, күҙ ауырыуҙарын дауалағанда ла кесерткән беренсе ярҙамсы.
Ҡаны ҡуйы булған кешеләргә генә уны һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәңәш ителә. Кесерткәнле аш артынан ҡан шыйығайтыусы сәйҙәр эсеп ҡуйһағыҙ, зыяны булмаҫ.
Эмаль йә быяла һауытҡа, кәрәгенсә һыу алып, ҡайнатырға ҡуяһың. Һыу ҡайнап сыҡҡас, картуф, әҙерәк кишер төшөрәһең, улар бешер алдынан ғына кесерткән турап һалаһың. Кесерткән төҫөн үҙгәрткәс, биш-алты минуттан утты һүндерәһең. Тоҙҙо һуңынан һалырға кәрәк. Ашты ҡаймаҡлап, йә һары май менән ҡоротлап бирергә мөмкин.
Кесерткәнде итле һурпаға һалып та, «ҡоролай» ҙа бешерергә була. Итһеҙ бешергәндә
 
  • кесерткән — бер услам (100—200 г.),
  • Картуф — 3
  • Кишер — 1-2 дана,
  • Һуған — бер баш,
  • Һыу — 2,5-3 литр,
  • Тоҙ, тәмләткестәр — тәменсә.
  • Ике йомортҡа (мотлаҡ түгел)
  • Аҡ май йәки шыйыҡ май — оҡшағанса.
Һыуҙы ҡайнатып сығарғас, бәрәңге турап һалына, ул бешә торғансы, кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, өҫтәп ебәрәһең. Башлы һуғанды ваҡлағас, майҙа ҡыҙҙырып алырға була, шул көйө лә һалырға мөмкин. Кесерткәнде башта һалҡын һыуҙа йыуып, ҡайнар һыу менән бешекләп алаһың. Сағылыуҙан ҡурҡмаһаң, бешекләмәй генә лә турарға була. Был хатта быуын һыҙлағанда файҙалы ла.
Кесерткәнде башҡа үҫемлектәр артынан оҙатҡас, бер нисә минуттан әҙер ҙә була. Ҡаты итеп бешерелгән ике йомортҡаны ваҡ ҡына итеп турап, ашҡа һалаһың.
Табынға ҡаймаҡ менән бирһәң, телеңде йоторлоҡ булыр. Аштарығыҙ файҙалы һәм тәмле булһын!
 
https://tamasha-rb.ru/articles/khal-ym-auly-y-ilem-bayly-y/2021-05-11/ya-y-yn-3-l-nde-motla-3-tap-yr-bul-a-la-besherep-ashar-a-k-r-k-ik-n-2267784
Автор:
Читайте нас: