+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Кофелы бәлеш

Шулай ҙа була икән. Тәмле күренә былай.

Кофелы бәлеш
Кофелы бәлеш

Әҙерләүе еңел:

Ярты стакан кефирға өс ҡалаҡ ирей торған ҡәһүә (растворимый кофе) һалып бутарға. Ике йомортҡаны бер стакан шәкәр менән туғырға. Уға кефирлы-ҡәһүәле массаны ҡушып, яҡшылап болғарға һәм 100 г йомшартылған аҡ май, бер стакан он, бер ҡап ҡамыр ҡабартҡыс (лимон һутында соданы яндырып та мөмкин) һалып бутарға. Шул ғына.

Үҙегеҙгә оҡшаған һауытҡа һалып, алдан эҫетелгән духовкала бешерергә. Бәлештең әҙерлеген тикшерә беләһегеҙҙер.

Әйткәндәй, крем яһап та һыларға була: бер ҡалаҡ шәкәр + бер ҡалаҡ ҡаймаҡ + бер балғалаҡ кофе. Бәлештең өҫтөнә һылайһығыҙмы, киҫеп, эсенә һалаһығыҙмы – һеҙҙең ҡарамаҡҡа.

Фото: https://vk.com/belebey_heberzere

Автор:
Читайте нас: