+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тәмле кекстар

Кибеттәрҙә йәнең теләгән печенье кекстар һатыла, әммә бер тапҡыр ошо рецепт буйынса бешереп ҡараһағыҙ, башҡа һатып алмаясаҡһығыҙ!

Тәмле кекстар
Тәмле кекстар

Был тәмлекәстәр өсөн кәрәк: 2 - йомортҡа,  шәкәр - 1 стакан, аҡ май - 1 ҡап (200 грамм), ҡаймаҡ (магазиндыҡы) - 180 грамм, сәй содаһы - ярты балғалаҡ, он - 200 грамм, йөҙөм - бер ус, семтем  генә тоҙ. Йомортҡаларҙы семтем тоҙ ҡушып туҡыйбыҙ һәм шәкәрҙе һалып тағы бер аҙ туҡығас, ҡаймаҡ, иретелгән аҡ май ҡушып өҫтәп, ирегәнсе болғатабыҙ. Ошо массаға сода ҡушылған ондо һалып яҡшылап туҡыйбыҙ һәм бер аҙ он һибелгән йөҙөмдө ҡушып болғатҡас, бәләкәс кекс һауыттарына һалып, алдан 200 градусҡаса йылытылған духовкаға 30 минутҡа ултыртабыҙ. Табындарығыҙ бәрәкәтле булһын!!!

"Нәзәкәт" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас: