-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Эремсектән запеканка

Эремсекте балалар бик ашамаймы? Уларҙы нисек ҡыҙыҡтырырға белмәйһегеҙме? Ошондай запеканка әҙерләп ҡарағыҙ.

Эремсектән запеканка
Эремсектән запеканка
Уның өсөн беҙгә 280 грамм эремсек, дүртәр аш ҡалағы һөт, манный ярмаһы, аҡ май, йөҙөм, бер йомортҡа, семтем тоҙ кәрәк буласаҡ. Эште емеш-еләктән башлайбыҙ. Йөҙөмдө һәйбәтләп йыуабыҙ, уртаға киҫкеләйбеҙ ҙә һыуыҡ һыу ҡойоп утҡа ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, тағы ла биш минут тирәһе тотабыҙ ҙа һыуын түгәбеҙ.
 
Артабан ҡамырға тотонабыҙ. Йомортҡаны туғып һөт өҫтәйбеҙ ҙә манный ярмаһын һалып тағы ла туғыйбыҙ. Эремсек менән йөҙөмдө бергә бутап, бөтәһен бергә ҡушып болғатабыҙ.
 
Шунан дүрт аш ҡалағы аҡ майҙы 180 градусҡаса йылытылған мейескә ҡуябыҙ. Иретелгән аҡ майҙың әҙерәге менән форманы майлайбыҙ. Ә ҡалғанын айырым һауытҡа ҡойоп торабыҙ. Формаға килеп сыҡҡан ҡамырҙы һалабыҙ ҙа өҫтөнә ҡалған аҡ майҙы ҡойоп ярты сәғәткә мейескә оҙатабыҙ. Бына ризыҡ әҙер ҙә булды. Сәйегеҙ тәмле булһын!
 
Фото: Attuale.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: